Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Кирилл Первов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, эш ваҡытында ҡотҡарыусылар бер иҫән ҡалған һарыҡты күреп ҡала — бер нисә көн ул боҙ өҫтөндә йөрөй. Уны хужаһына тапшыралар.
"Башта һарыҡтарҙың хужаһы, боҙ аҫтына 200-300 баш китә, тип хәбәр итә, әммә бөгөнгө көнгә 780 хайуандың үләкһәһе сығарылған һәм эш дауам итә», — тип һөйләне Кирилл Первов.