Әлдә йырын төбөндә ятҡан ҡатынды үтеп барыусы ҡатын күреп ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата.
Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары альпинист ҡорамалдары менән файҙаланып, зыян күреүсене йырындан күтәрә. Артабан уларға ҡатынды "Тиҙ ярҙам" машинаһына тиклем һуҡмаҡ буйлап тағы ла 150 метр өҫкә алып барырға тура килә.
Ныҡ туңған ҡатын яҡынса 40-50 йәштә, ул бер нисә тапҡыр аңын юғалта, үҙ исеменән башҡа бер нәмә лә әйтә алмай. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар уны медиктарға тапшырғанда иҫендә була.
Ваҡиға сәбәптәре әле асыҡлана.
- Хөрмәтле йәйәүлеләр! Урамда һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ, бигерәк тә шыуыусан һәм хәүефле урындарҙа. Шаһиттарға ваҡытында шылтыратыуҙары һәм уяулығы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! - тип яҙа ҡотҡарыусылар.
Фото: Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы.