Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2025, 12:00

Урам яҡтыртыусы

...Шулай була икән – баҫалҡы кеше эшләй-эшләй, бигүк күренеп тә бармай, ҡысҡырып та йөрөмәй. 

Урам яҡтыртыусы
Урам яҡтыртыусы

Хикмәтле хикәйәт
Урам яҡтыртыусы

Бер ҡалала фонарсы йәшәгән. Ул ҡараңғы төшөүгә урам яҡтыртҡыстарын тоҡандырған, иртән һүндергән.
Уны берәү ҙә күрмәгән тиерлек. Сөнки эшен башлыса ҡараңғыла башҡарған бит. Шуға ла кешеләргә бик күренеп бармаған.
Шулай күп йыл үткән... Урамдар яҡты булған, фонарҙар эшләгән, ваҡыты менән янып-һүнеп торған. Үтә лә ғәҙәти бер хеҙмәт.
Берҙән-бер көндө фонарсының да ғүмере бөткән. Шул саҡта бөтә ҡала уның булмағанын тойған. Эше лә ныҡ кәрәккәнен белгәндәр...
Шулай була икән – баҫалҡы кеше эшләй-эшләй, бигүк күренеп тә бармай, ҡысҡырып та йөрөмәй. Ә ул китеү менән булмағаны һиҙелә башлай.
Баҡһаң, һәр эште башҡарыусыға ла иғтибар кәрәк...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас