

Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, тәүҙә уға "вуздың деканатынан" шылтыратып, дәрес ҡалдырғаны өсөн документҡа ҡул ҡуйырға кәрәклеген белдерәләр, бының өсөн университеттың порталындағы шәхси кабинетына инергә код һорайҙар. Ҡыҙ дүрт һанлы кодты әйтеү менән һөйләшеү өҙөлә.
Бер аҙҙан уға "банк хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре" шылтырата, иҫәбенән енәйәти ғәмәлдәр башҡарылыуын хәбәр итә һәм "Үҙәк банк хеҙмәткәре" менән тоташтыра."Ялған банкир" енәйәтселәрҙең ҡыҙҙың исеменә иҫәп асып, дошмандарҙы финанслауҙары хаҡындағы мәғлүмәтте раҫлай. Быны туҡтатыр өсөн студентҡа яңы иҫәп асып, аҡсаларҙы шунда күсерергә ҡуша. Паникаға бирелгән ҡыҙ уларҙың инструкцияларын үтәй һәм 1,5 миллион һумды аферистар иҫәбенә күсерә. Банкка барғас ҡына, мутлыҡҡа ҡаршы иҫкәртмәне күрә лә, алданыуын аңлай, шаңҡыған хәлдә полицияға юллана, ғариза яҙа.
Ошо аяныслы ваҡиға башҡаларға фәһем булһын ине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратмай, ҡурҡытып, янап һүҙ башламай. Әгәр ҙә полициянан, банктан, һалым инспекцияһына һәм башҡа учреждениеларҙан, ойошмаларҙан шылтыратһалар, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ, рәсми сайттарынан телефон номерын табып, үҙегеҙ мәғлүмәтте асыҡлағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.