Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабрь 2025, 07:40

Ишбулдыла яңы стела асылды

Уны ауыл халҡы үҙ көсө менән эшләне.

Ишбулдыла яңы стела асылдыИшбулдыла яңы стела асылды
Ишбулдыла яңы стела асылды

Әбйәлил районы Ишбулды ауылы халҡы элек-электән үҙенең берҙәм, дөргөн булыуы менән дан тота. Ахайҙар (ауылды ябай телдә Ахай тип йөрөтәләр) әллә ҡайҙан ярҙам көтөп ултырмай, үҙ-ара кәңәшләшеп, ауылға нимә кәрәк шуны үҙ көстәре менән эшләп тә ҡуя. Былтыр Еңеү байрамы алдынан улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск яңыртһа, быйыл стела эшләп ҡуйҙы.

Ауылға ингән ерҙә, әллә ҡайҙан күренеп ултырған ҡоролманың бейеклеге 7 метр. Хатта төнөн стеланың "Ишбулды ауылы" тигән яҙыуы һәм ҡурай тажы балҡып торасаҡ.
Был эштең башланғысында Ишбулды ауылының булдыҡлы улы Азамат Зарипов тора, ә эскизын билдәле ауылдаштары, рәссам Нәсих Хәлисов эшләгән. Ауылдың оҫта ҡуллы, әүҙем ир-егеттәре дәррәү көс менән постаментын күтәрә.

Яңы йыл алдынан үҙҙәренә матур бүләк эшләгән Ишбулды ауылы халҡы стеланы асыу тантанаһына район башлығы Айрат Әминевты, район Советы рәйесе Айбулат Хәйбуллинды саҡырып оло байрам яһаған. Афарин, ахайҙар!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас