

Мәләүез районы Эткөсөк ауылында янып киткән мунсаны һүндереү барышында 72 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Күмертау ҡалаһының Иҫке Урал ауылында ағас йортта сыҡҡан янғында 60 йәшлек ир кеше һәләк булған.
Фажиғәләрҙең сәбәптәре асыҡлана, урындарҙа тәфтиш-оператив төркөм һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ут менән һаҡ булырға саҡыра: электр приборҙарын, мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; мунса яҡҡанда иғтибарлы булығыҙ; балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ, уларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмау хәйерле. Һәм мотлаҡ янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал алып ҡуйығыҙ!
Фото: МЧС РБ.