«Геройҙар ваҡыты» проекты тураһында ла һорау булды. Хәтерегеҙҙәлер, был МХО ветерандарына, яугирҙарына, әүҙем тормош позицияһы булғандарға ҡағылышлы программа Президенттың башланғысы менән эшләй. Маҡсаты - МХО яугирҙары араһынан юғары квалификациялы, компетенлы етәкселәр әҙерләү.
"Төбәк кимәлендә ошо программаны таратыуҙары өөсөн Рәсәй Федерацияһы төбәктәре етәкселәренә рәхмәтлемен. Барыһы ла булдыра. Беренсе ағым үтте. Хәҙер икенсеһе бара. Күптәре губернатор, министр урынбаҫары булып китте, ҙур предприятиеларҙа эшләйҙәр. РФ Президенты Хакимиәтендә лә барҙар", - тине Владимир Путин.
"Геройҙар ваҡыты"ның дауамы булараҡ йыл башында беҙҙә "Башҡортостан геройҙары" республика кадрҙар программаһы старт алды. БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән.
Бик йөкмәткеле программа. Әле уның 70 финалсыһы төрлө тармаҡта тәжрибә туплауын дауам итә.
Фото: Кремлин.ру.