Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Декабря 2025, 05:00

Балан бутҡаһы

Баландан ҡайнатма ла, джем да эшләргә була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балан бутҡаһыБалан бутҡаһы
Балан бутҡаһы

Шулай уҡ унан бутҡа яһарға ла мөмкин. Бындай тәмлекәсте айырыуса балалар һәм ололар ярата.

Бер литр һыуға бер кило баланды һалып, ҡайнатып сығараһың. Һыуын түгеп, яңынан шул уҡ күләмдә һыу ҡойорға кәрәк. Баланлы масса ҡайнап сыҡҡас, уға бер кило шәкәр һалып, самалап бер нисә ҡалаҡ манный ярмаһы һалаһың. Болғатҡылап, төбөнә көйҙөрмәй генә һүрән утта баландары бешкәнсе быҡтыраһың.

Әҙер бутҡаны томалап ултыртырға кәрәк. Һыуынһа, тәмлекәс әҙер була.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова