Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 19:00

Водителдәр иғтибарына!

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә һауа шарттары ҡырҡа насарайған көндәрҙә юлға сығыуҙан тыйылырға саҡырҙы.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

- Республика биләмәһендә күпләп ҡар, урыны менән боҙло ямғыр яуа. Ял көндәрендә һауа температураһының ыңғайҙан кирегә тиклем үҙгәреүе көтөлә, был юлдарҙа боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеүгә һәм авариялар хәүефе артыуға килтерә, - тиелә рәсми хәбәрҙә. - Водителдәргә киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡырҡа тормозға баҫмаҫҡа, алда барған транспорт менән араны һаҡларға кәрәк.
Йәйәүлеләргә билдәләнгән урындарҙан ғына һәм тулыһынса хәүефһеҙлеккә инанған осраҡта ғына юл аша сығырға, ҡараңғы ваҡытта күренеүсәнлекте яҡшыртыу өсөн яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары булған кейем кейергә кәңәш итәм. Юл хәрәкәтендә ауыр хәлдә ҡалған бөтә ҡатнашыусылар ҙа тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр мөмкин булғанса ярҙам итергә тырыша, талап ителгәндә техник хеҙмәт йәки эвакуатор саҡырасаҡ.

Үҙегеҙҙе һәм тирә-яғығыҙҙағы кешеләрҙе һаҡлағыҙ!

Фото: БР ДАИ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас