

Иң таралған һорауҙар - Украина конфликты, МХО, ғаиләләр мәсьәләләре.
Аңлауыбыҙса, байтаҡ һорау эфир барышында уҡ хәл ителде.
Владимир Путин әйтеүенсә, уның һәм командаһының эшен халыҡ баһаларға тейеш.
Әйткәндәй, Башҡортостан журналисы ла һорау бирҙе. "Башинформ" агентлығынан Ләйсән Закирова республикабыҙҙан сәләм еткереп, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, Тажикстанда индустриаль парк төҙөүҙә Башҡортостандың тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.
Владимир Путин Башҡортостандың технологик базаһын юғары баһаланы.
Программаның тулы тексы менән Кремлин.ру сайтында таныша алаһығыҙ. Гәзитебеҙҙең тг-каналы (t.me/yukatelephon), мах-тағы төркөмөндә лә (max.ru/yeshlek_gazite) мәғлүмәттәр бар.
Фото: Кремлин.ру