"МХО ихтыяждары өсөн 83 миллиард һум йыйған халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға рәхмәт әйткем килә", - тине дәүләт башлығы.
Әйткәндәй, яугир булырға теләүселәр һаны ла кәмемәй.
Президент белдереүенсә, быйыл 400 меңдән ашыу кеше Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө.
"Отпускыға ҡайтҡандар ҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуын дауам итә. Заманса технологиялар быға булышлыҡ итә", - тине Владимир Путин.
Фронттағылар имен генә булһын!
Фото: Кремль.ру сайтынан