Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 11:25

Спартакиада асылды, ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе Ҡышҡы Спартакиадаһы тантаналы шарттарҙа асылды.

Спартакиада асылды, ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Спартакиада асылды, ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
«Рәсәй спорты» дәүләт программаһына ярашлы ойошторолған был сара Көрәш һарайында үтә. Унда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең биш иленән спортсылар килгән. Башҡортостан йыйылма командаһы составында 18 спортсы көс һынай. Бынан тыш, дүрт үҫмер илебеҙҙең йыйылма командаһына ингән.
Спартакиада программаһында өс спорт йүнәлеше: терәк-хәрәкәт аппараты боҙоҡлоғо төркөмөнә ингәндәр, ишетеү һәләте насар булғандар/һаңғырауҙар һәм насар күреүсе/һуҡырҙар спорты.
Биш дисциплина буйынса ярышалар: саңғы, тау саңғыһы, сноуборд, керлинг, шахмат.
Спатакиадала ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең спорт министры, РФ Олимпия комитеты Рәйесе Михаил Дегтярев та теләктәрен әйтеп, сәләм ебәргән.
Спортсыларға - уңыштар!
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас