Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 11:30

Республикала хәүефле һауа торошо көтөлә

Әлегә урамға сыҡмай тороу яҡшыраҡ.

Республикала хәүефле һауа торошо көтөлә
Республикала хәүефле һауа торошо көтөлә

Бөгөн боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар ятыуы, төндә елдең секундына 18 метрға етеүе көтөлә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Шулай уҡ төбәктә ҡар һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан,төньяҡ-көнбайышҡа табан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көнсығышта -14°, көндөҙ 0, -5°. Юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 1-2 км кәмей.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас