Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 17:00

Президент менән тура эфирҙа аралашыу дауам итә

Владимир Путин һүҙен конфликт һәм тыныслыҡ тураһындағы һорауға яуап биреүҙән башланы. Ғөмүмән, бөгөнгө осрашыуҙа был темаға киң урын бирелә.

Президент менән тура эфирҙа аралашыу дауам итә
Президент менән тура эфирҙа аралашыу дауам итә

"Беҙ конфликтты былтыр июндә мин тәҡдим иткән принциптар нигеҙендә тыныс юл менән тамамларға әҙербеҙ һәм тап ошоно теләйбеҙ", – тине Президент.

Уның әйтеүенсә, Рәсәй ғәскәрҙәре хәрби бәрелештәрҙең барлыҡ линияһы буйынса алға бара.

– Ҡыҙыл Лиман яҡын арала алынасаҡ, тип уйлайым. Ҡаланың 50 проценты беҙҙең контролдә, – тине ил башлығы.

– Ағымдағы йыл аҙағына тиклем яугирҙарыбыҙҙың яңы уңыштарының шаһиты буласаҡбыҙ, – Путин Северск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан Рәсәй Геройы Наран Очир-Горяевҡа шулай тип һүҙ бирҙе.

Владимир Путин фекеренсә, дошман стратегик резервтарҙа ҙур юғалтыуҙар кисерҙә. Улар ҡалманы ла тиерлек. Был – Киев режимын конфликтты тыныс юл менән тамамларға мәжбүр итәсәк мөһим элемент.

Фото: Кремль сайтынан.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас