

Мәктәптәрҙә тиҙҙән каникулдар башлана, тиҙ ярҙам телефондарын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү, янғындарҙың сәбәбен һәм уларҙы нисек иҫкәртеү тураһында ғына түгел, ә төтөн еҫен һиҙеп, ут күргәс нимә эшләргә кәрәклеген дә аңлатыу бик мөһим. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар барышында балалар ни өсөн боҙло һыу ятҡылыҡтарына сығыу ҡурҡыныс икәнен, әгәр кемдер боҙға ҡолап төшһә, нисек ярҙам итергә һәм үҙеңә зыян килтермәҫкә кәрәклеген дә ҡабатлай.
Был белем балаларҙың үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да хәүефһеҙлеген һаҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Учалы районы Уральск ауылында 6-сы класс уҡыусыһы Руслан Әзизов урам буйлап китеп барған саҡта гараж яныуын күрә лә, юғалып ҡалмай, 112 номерына шылтыратып, ошо хаҡта хәбәр итә. Йорттоң тәҙрәһенә туҡылдатып, хужаларҙы ла янғын башланыуы тураһында иҫкәртә. Русландың дөрөҫ эш итеүе арҡаһында янғын башланғыс стадияла уҡ һүндерелә һәм минималь зыян килтерә. Белорет янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны етәкселеге был ваҡиғаға иғтибарһыҙ ҡалмай, ҡыйыу Русланға почет грамотаһы тапшыра һәм рәхмәт белдерә.