Элвин Грейҙың лейблы "Барс-Рекордс" тан ғәфү үтенә, улар йырсыны "Туған яҡ" йыры өсөн хөкөм итергә теләй. Әле ике яҡ та килешкән һәм йыр өсөн талашыуҙан туҡтарға ҡарар иткән. Элвин Грейҙың лейбылы төп текстың авторы – Гөлнара Рәшитова тип таный. Йырға ҡарата айырым хоҡуҡтарҙы ул "Барс-Рекордс"ҡа тапшырған. Шул уҡ ваҡытта Радикка (Элвин Грей) һәм башҡа өсөнсө кешеләргә хит башҡарырға рөхсәт итә.