Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2025, 14:02

Башҡортостан алдынғылар рәтендә!

Мәскәүҙә 2025 йылда урмандарҙы тергеҙеү буйынса иң ҙур ике проектҡа - "Хәтер баҡсаһы" һәм "Урмандарҙы һаҡлайыҡ" акцияларына йомғаҡ яһалды. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы "Хәтер баҡсаһы" акцияһында еңеүсе тип билдәләнде.  

Башҡортостан алдынғылар рәтендә!
Башҡортостан алдынғылар рәтендә!

Мәскәүҙә, "Рәсәй бөгөн" мәғлүмәт агентлығының матбуғат үҙәгендә, "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Хәтер баҡсаһы" һәм "Урмандарҙы һаҡлайыҡ" акцияларына йомғаҡ яһалды.
Төбәктәрҙең ҡаҙаныштарына айырым иғтибар бүленде, улар араһында Башҡортостан Республикаһы "Хәтер баҡсаһы" акцияһын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙең лидерҙарының береһе тип танылды. Төбәктәр рейтингында ултыртылған ағастар һаны, ҡатнашыусылар һаны һәм сараларҙың медиала яҡтыртылыуы иҫәпкә алынған. Награданы Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Спиренковтан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов алды. Үҙенең сығышында ул, был юғары статус төбәк халҡының тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм экологик яуаплылыҡҡа етди ҡарауын раҫлай, тине.
- "Хәтер баҡсаһы" үҙендә ике төп компонент туплай: бөтә быуындарҙың Ватанды һаҡлаусылары иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм төбәкте урман менән тәьмин итеүгә өлөш индереү. Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында яҡынса 470 гектар майҙанда 1,8 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылған. Был һандар артында - йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте. Барығыҙға ла илебеҙҙең урман байлығын арттырыуға булышлыҡ итеүегеҙ һәм өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәт! - тип билдәләне төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе.

"Хәтер баҡсаһы" акцияһында Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе, Дағстан, Красноярск крайы, Луганск Халыҡ Республикаһы биш төбәк-лидер булды. "Урмандарҙы һаҡлайыҡ" акцияһында илдең иң әүҙем һәм һөҙөмтәле биш төбәге иҫәбенә Иркутск, Белгород, Кемерово өлкәләре, Алтай крайы һәм Ҡалмыҡстан инә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡортостан алдынғылар рәтендә!
Башҡортостан алдынғылар рәтендә!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас