Был проектты тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, республика халҡының хәүефһеҙлек кимәлен арттырыуға булышлыҡ итә, уның барышында домофондар аша иҫкәртеү, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте диспетчерының бер ҡағылыуҙа подъездарҙың һәм граждандар оборонаһының һаҡлағыс ҡоролмаларының ишектәрен, шулай уҡ шлагбаумдарҙы һәм ҡапҡаларҙы асыу кеүек эштәр һынала.
Яңы функциялар ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең оперативлыҡ кимәлен күтәрергә һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе яҡларға мөмкинлек бирә. Киләсәктә ошо проектта ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтергә ниәтләйҙәр.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240