

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы менән берлектә видеоконференц бәйләнеш режимында янғын хәүефһеҙлеген һәм граждандар оборонаһын тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса муниципалитеттар штабы етәкселәре менән кәңәшмәһе үткән. Уның барышында быйыл республикала 7 меңдән ашыу янғын теркәлеп, уларҙа 185 кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында мәғлүм булды. Был аҙнала ғына Өфөлә ике фажиғәле осраҡ теркәлгән: уттың ҡорбандары - 1980 йылғы ир һәм 1954 йылғы ҡатын.
Кәңәшмәлә янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тикшерелгән.
Яңы йыл байрамдарында бөтә муниципалитеттар өсөн штаблы эш форматы индерелә һәм янғынға ҡаршы махсус режим билдәләнә.
- Киләһе аҙнала республикала температураның түбәнәйеүе фаразлана, был янғындар сығыу хәүефен арттыра. Шуға күрә республика халҡының иғтибарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә йүнәлтәбеҙ: бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ, электр приборҙарын һәм мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, - тип халыҡҡа мөрәжәғәт итте ведомство хеҙмәткәрҙәре. - Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Шулай уҡ кәңәшмә сиктәрендә граждандар оборонаһы ҡоролмаларының әҙерлеген күтәреү мәсьәләһе лә тикшерелгән.
Был йүнәлештә эште дауам итә ҡотҡарыусылар.