Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2025, 23:20

Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!

Бөгөн  биш махсус хәрби операция ветераны «Москвич» һәм «Баик» автомобилдәренең асҡыстарын алды.

Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!
Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!

Геройҙарға асҡыстарҙы  «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе урынбаҫары Сергей Усманов тапшырҙы.

  “Беҙ үҙебеҙҙең ветерандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам күрһәтеүҙең үҙенсәлекле системаһын булдырҙыҡ. Ҡул менән идара ителгән автомобилдәр геройҙарыбыҙҙың тормошон уңайлыраҡ итер, яҡындарыбыҙ менән эшләү, уҡыу, сәйәхәт итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирер, тип ышанам», – тип белдергәйне  РФ оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева.

 «Ватанды һаҡлаусылар» фонды махсус хәрби операция ветерандарына адреслы ярҙам күрһәтә.

Атап әйткәндә, ике аяғы ла ампутацияланған  йәки инвалид коляскаһында йөрөүсе геройҙар бушлай машина йөрөтөргә өйрәнә һәм ҡул менән идара итеүсе автомобилдәр ала.

 “Инвалид ветерандар беҙҙең фондтың айырым иғтибар үҙәгендә. Беҙ уларға лайыҡлы тормош ҡына түгел,  һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, тулы ҡанлы тормош алып барыуҙы ла тәьмин итергә тырышабыҙ. Фонд

уларҙы реабилитациялауҙың техник саралары, шул иҫәптән федераль исемлеккә инмәгән юғары технологиялы спорт протездары менән тәьмин итә. Торлаҡты шәхси ихтыяждарға яраҡлаштырыубеҙҙең эштең тағы бер мөһим йүнәлеше.  Бөгөн геройҙарыбыҙ техник реабилитация сараһы булараҡ машиналар ала”, – тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт  фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

МХО ветераны Тимур Дәүләтбаев Хәйбулла районынан. Тәүҙә ҡамау, һуңынан штурмлаусылар отрядында хеҙмәт итә. Сираттағы заданиела «Тим» ауыр яраланғандан һуң ике аяғын да юғалта.

Оҙаҡ реабилитация үтергә тура килә. Ул  бөгөн автомобилле булды.

 Тимур фондҡа ярҙам һәм хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ветеран ҙур ҡалаға күсеп, үҙен спортта һынап ҡарарға ниәтләй. Тимурҙың бындай хыялдары «Ватанды һаҡлаусылар» фонды амбассадоры, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов менән торлаҡты тикшереү ваҡытында аралашыуҙан һуң барлыҡҡа килә.

    Башҡортостанда 23 ветеран транспорт сараһы алыуға ғариза биргән, ун биш яугир «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондынан ҡул менән идара итеүсе автомобилдәр менән тәьмин ителгән.

Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!
Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!
Ҡыуанып йөрөргә яҙһын!
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас