Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2025, 16:00

Яугирҙарға ярҙам - беҙҙең бурыс

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам  йылына йомғаҡ яһауға арналған тантаналы сара үтте.  

Яугирҙарға ярҙам  - беҙҙең бурысЯугирҙарға ярҙам  - беҙҙең бурыс
Яугирҙарға ярҙам - беҙҙең бурыс

 

“Был мөһим ваҡиғаны бөтә Рәсәйҙән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалдары етәкселәре менән уртаҡлашыу беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.

Фонд рәйесе, статс-секретарь, РФ оборона министры урынбаҫары Анна Цивилеваға МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен ҡабул итеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды – был мөһим эштә төп партнерыбыҙ. Беҙ үҙ эшебеҙ менән уртаҡлашырға һәм, үҙ сиратында, башҡа төбәктәрҙән коллегаларыбыҙҙың алдынғы тәжрибәһен үҙләштерергә әҙербеҙ», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы тантанаға йыйылыусыларҙы сәләмләп Радий Хәбиров. – Быйыл яугирҙарға ярҙам итеү сараларының һаны 54-кә етте.Өс төп йүнәлеш-медицина реабилитацияһы, социализация һәм эшкә урынлашыуға ҙур иғтибар бүленде. Был маҡсатҡа бүленгән аҡсалар күләмен ике тапҡырға тиерлек арттырҙыҡ – былтыр 13,4 миллиард һум булһа, быйыл 30,8 миллиард һумға тиклем. Һуғыштан ҡайтҡан яугирҙарҙың 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған, 86 проценты  диспансеризация үткән. Айырыуса иғтибар – инвалид ветерандарға. Улар өсөн ҡул менән идара ителгән автомобилдәр бирелә, торлаҡҡа яраҡлаштырыу үткәрелә. Адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Урындарҙа торлаҡҡа газ үткәреү, уны инвалид ветерандар ихтыяждарына яраҡлаштырыу, ер участкалары бүлеү, эшкә урынлашыу һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика буйынса филиалынан коллегаларыбыҙ менән бергәләп федераль һәм төбәк ярҙам сараларын һөҙөмтәле тормошҡа ашырабыҙ.

Ул яраланған яугирҙарға, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙеләрҙең барыһына ла – активистарға, йәмәғәтселәргә, ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға, республикала йәшәүсе һәр кешегә рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе район-ҡала хакимиәттәренә, Махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты һәм Һәләк булған ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренең дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәкселәренә һәм коллективтарына рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Тантаналы сара Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды.

 

Фото: Башинформ.

Яугирҙарға ярҙам  - беҙҙең бурыс
Яугирҙарға ярҙам  - беҙҙең бурыс
Яугирҙарға ярҙам  - беҙҙең бурыс
Яугирҙарға ярҙам - беҙҙең бурыс
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас