Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабря 2025, 05:43

Янғындар ҡотто ала

Мишкә ауылында кирбес йортта сыҡҡан ут эсендә 95 йәшлек әбей тороп ҡалған...

Янғындар ҡотто алаЯнғындар ҡотто ала
Янғындар ҡотто ала

Урынға тиҙ арала килеп еткән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән ауылдың ирекле янғын һүндереүселәре әбейҙе ҡотҡарып, дауаханаға оҙатҡан. Ҡарт кешенең хәле бик ауыр, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.

Салауат ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙа әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында тарттырылған түшәм яна башлай. Янғын һүндереүселәр алты кешене ҡотҡарған. Төтөнгә ағыуланған 68 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урындарҙа белгестәр эшләй.

Фото: МЧС РБ.

Янғындар ҡотто ала
Янғындар ҡотто ала
Янғындар ҡотто ала
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас