Ултырышты республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.
Көн тәртибенә 50 мәсьәлә индерелде.
Ултырыш башында депутаттар бюджет документтары буйынса эшләне.
Депутаттар иғтибарына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының 2023–2025 йылдар осорондағы эше тураһында отчет тәҡдим ителде.
Парламентарийҙар 2026 йылдың яҙғы сессияһына закон проекттары эшенең яҡынса программаһын раҫланы.
БР Башлығы Радий Хәбиров депутаттарға ойошҡанлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл беҙҙең 17 ҡануни башланғыс - РФ Ҡануниәтселәр советына, 15 проект РФ Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Ике сессияла 222 закон проекты ҡаралған, уларҙың 151-е закон булып сыҡҡан. Республика етәксеһе фекеренсә, бөгөн өҫтөнлөклө йүнәлеш - махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан.