«Физик культураны һәм спортты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса ойошторолған спартакиада «Миәкә» һауыҡтырыу комплексында булған. Был сара инде алтынсы йыл рәттән уҙа һәм төрлө йәштәге, төрлө мөмкинлектәге өлкәндәрҙе йыя.
Спартакиада программаһына биш дисциплина ингән: шашка, ҡатнаш эстафета, дартс, йөҙөү, армрестлинг. Ҡатнашыусылар бик әүҙем һәм берҙәм көс һынашҡан. Физик әҙерлектәре лә яҡшы булыуын күрһәткән.
Афариндар!
Фото: Контента | Инфоповод