Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2025, 14:55

«Конкурста еңеү ҙур мәртәбә генә түгел, яуаплылыҡ та»

Башҡортостан Башлығының журналистар өсөн булдырылған «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһының  «Һиҙгер йөрәк» номинацияһында «Республика Башкортостан» гәзите  хәбәрсеһе Жанна Миронова еңеүсе булды.

«Конкурста еңеү ҙур мәртәбә генә түгел, яуаплылыҡ та»
«Конкурста еңеү ҙур мәртәбә генә түгел, яуаплылыҡ та»

 

Журналист мәртәбәле конкурсҡа «Ут һыҙығындағы йорт» мәҡәләһен тәҡдим иткән. Унда Курск өлкәһендә дүрт ай буйына бандеровсылар оккупациялаған ауылда йәшәүсе Ольга Ходоренко Башҡортостан яугирҙарының нисек был торлаҡ пунктты азат итеүҙәрен бәйән итә.

–  Был –  һирәк осраҡ. Мин материалды яугирҙарыбыҙ күҙлегенән түгел, ә фажиғәле ваҡиғаларҙың шаһиты күҙлегенән яҙҙым. Өҫтәүенә, Ольга үҙе беҙҙең гәзиткә шылтыратып, «Юрист», «Шатун», «Стрелок», «Сахалин», «Ярый», «Калина» позывнойлы яугирҙарға үҙен ҡотҡарған өсөн рәхмәт әйтте. Был мәҡәлә өсөн Ольганың рәхмәтле күңеленә бурыслымын.

 Журналистар өсөн мәртәбәле конкурста еңеү ҙур хөрмәт, мәртәбә кенә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та. Мәғлүмәтте уҡыусыларға ни тиклем дөрөҫ һәм ышаныслы еткереүгә, акценттарҙы нисек ҡуйыуға тағы ла етдиерәк ҡарарға мәжбүр итә. Бындай кимәлдәге конкурстар республикабыҙҙа журналистарҙың хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡалмай, ул – мөһим һәм кәрәк, беҙҙе уҡыйҙар һәм ишетәләр, тигән ышанысты уята.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас