Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2025, 15:35

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!

Табиптарға бәләкәсте донъяға ҡабул итеү өсөн бик ныҡ тырышырға тура килгән.

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!
Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә норманан өс тапҡырға оҙонораҡ кендекле сабый донъяға килгән. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Баланың кендегенең оҙонлоғо 150 сантиметр тәшкил иткән. Бынан тыш, белгестәр аномалиялар таба: ике ысын төйөн (уларҙың береһе икеләтә), ялған төйөнлө, кендек баланың кәүҙәһен  ике тапҡыр уратҡан.

 Белгестәр әйтеүенсә, ысын төйөндәр ҡан тамырҙарын ҡыҫырыҡлауға һәм сабыйҙы гипоксияға килтереүе мөмкин, ә варикоз тамырҙарының венаны киңәйеүе һәм тромбтар барлыҡа килтереүе бар.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас