Сит илдәргә һатылған продукция араһында он, көрпә, ярма, солод һәм башҡалар бар. Әгәр үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырһаҡ, һатыу күләме 1,5 тапҡыр үҫкән.
Экспортты үҫтереү «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса бара.
Әйткәндәй, сит илдәргә сығарылған продукция һатып алыусы партнерҙарыбыҙҙың талаптарына тулыһынса тап килә.
Продукция башлыса Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстанға һатыла.
Республикала агросәнәғәт тармағында иген эшкәртеү күләме лә үҫә.