

Борай районы Яңы Таҙлар ауылында тарихыбыҙға ихтирамлы, батырҙарыбыҙҙы ҡәҙерләгән халыҡ йәшәй. Бала саҡтан илһөйәрлек рухы тәрбиәләнә үҫеп килеүсе быуында. МХО-ла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, гуманитар ярҙамдар ойоштороу, таҡтаташтар, "Геройҙар партаһы"н асыу ҙа ошо йәһәттән оло әһәмиәткә эйә. Мәктәптә, мәҫәлән, махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған Ленар Бәҙертдинов менән Азат Дәүләтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылған. Уларҙың парталары математика кабинетында тора. Ә 11 декабрҙә информатика кабинетында Динарис Сәфәров менән Шамил Яновҡа арналған махсус парталар урынлаштырылған.
Тантаналы һәм тулҡынландырғыс ваҡиға тураһында Борай район гәзите "Алға" хәбәрсеһе Сулпан Ғөбәйева хәбәр итеп, был уҡыу урыны ғына түгел, ә хәтер, батырлыҡ һәм быуындар бәйләнеше символы, тип билдәләй: "Был парта артында ултырғанда, бөгөнгө уҡыусылар ысын батырлыҡ һәм Ватанға һөйөү тап ошонда, мәктәп стеналары араһында, ҡасандыр был егеттәр кеүек ябай малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа тыуыуын иҫкә төшөрәсәк".
Был сарала МХО яугиры, яраланғандан һуң демобилизацияланған Илгиз Вәлиевтың ҡатнашыуы ла иҫтәлекле, айырыуса тулҡынландырғыс булды, тип яҙа хәбәрсе.
Сара бик күп ҡунаҡтарҙы йыйған, улар араһында уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғына түгел, ә ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм урындағы халыҡ та булған. Бөтә сығыш яһаусылар ҙа илебеҙҙе һаҡлау өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген һәм был ҡиммәттәрҙе үҫеп килгән быуынға тапшырыу кәрәклеген билдәләгән.
Үҙҙәренең хәрби бурыстарын батырҙарса үтәгән офицер-һалдаттарҙың барыһы ла оло хөрмәткә лайыҡ. Шуны онотмайыҡ!