Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бик үҙенсәлекле атамалы йәмәғәт биләмәһе - "Фурҡан" паркы төҙөлгән.
Был һүҙ мосолмандарға таныштыр - Ҡөрьәндең 25-се сүрәһе "Әл-Фурҡан" тип атала. Ғәрәпсәнән тәржемәһе - айырғыс. Моғайын, был парктың атамаһына башҡаларҙан айырылып тора, тигән мәғәнә һалынғандыр.
Нисек кенә булмаһын, ул халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелер, урындағылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа уны тәртиптә тотор тигән ышаныс бар.
Парк 2024 йылда халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.