Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 13:04

Юлдарға дәғүәләр күп

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Асҡын һәм Тәтешле райондарында юлдар мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

Юлдарға дәғүәләр күп
Юлдарға дәғүәләр күп

БР Транспорт министрлығы башлығы Любовь Минаковаға мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров Асҡын һәм Тәтешле райондары хакимиәте башлыҡтары менән һөйләшергә кәңәш итте:

- Был ике район М-12 трассаһы төҙөлөшө һөҙөмтәһендә ныҡ зыян күрҙе. Унда эштәр алып барыла һәм, әйткәндәй, кешеләр рәхмәт белдерә, әммә  ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған юлдар ҙа бар.

Фото: скриншот.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас