Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 10:32

Юлда ЧП булмаһын

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә трассаларҙа хәрәкәт сикләүҙәре менән бәйле осраҡтарға Ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

Юлда ЧП булмаһынЮлда ЧП булмаһын
Юлда ЧП булмаһын

- Ҡыш етте. Беҙ транспорт хәрәкәтен бер нисә тапҡыр сикләнек. Муниципалитет башлыҡтарынан да кешеләр ҡарлы тоҙаҡҡа эләккән осраҡта ярҙам итеүҙәрен һорайым. Бәләгә юл ҡуйырға ярамай. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ла был йәһәттән эшләргә тейеш. Иҫкәртеү, ваҡытлыса йылытыу пункттарын асыу, ярҙам күрһәтеү зарур. Мөмкинлектәребеҙ бар. Иғтибарлы булығыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова республиканың автомобиль юлдарында көн һайын 900-ҙән ашыу берәмек техника, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа 210-дан ашыу берәмек техника йәлеп ителеүе хаҡында хәбәр итте.

Фото: скриншот.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас