Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә полилингваль мәктәптәрҙең төбәк селтәренә географик яҡтан республиканың төрлө ҡалаларында һәм райондарында урынлашҡан 11 алдынғы белем биреү учреждениеһы инә. Улар-Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы, Баймаҡ ҡалалары, шулай уҡ Стәрлебаш, Мишкә, Тәтешле һәм Хәйбулла райондары.
Уларҙа уҡытыу башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәрендә алып барыла. Ағымдағы уҡыу йылында полилингваль мәктәптәрҙә бөтәһе 11 мең самаһы бала белем ала, шуларҙың 1183-ө-беренсе класс уҡыусылары.
Бынан тыш, Өфөлә һәм Стәрлебаш ауылында полилингваль балалар баҡсалары эшләй.
- Башҡортостандың полилингваль мәктәптәре - матди-техник йәһәттән яҡшы йыһазландырылған, бөтә кәрәкле уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған, матур һәм иркен биналарҙа урынлашҡан иң заманса белем биреү ойошмалары. 2030 йылға тиклем республикала тағы 5 полилингваль мәктәп асырға ниәтләйбеҙ, — тип хәбәр итте Урал Килсенбаев.
Беренсе вице-премьер шулай уҡ Башҡорт педагогия университеты ҡарамағында полилингваль белем биреүҙе үҫтереү һәм яҡлау өсөн бөтә Рәсәй ғилми-методик үҙәген булдырырға тәҡдим итте.
Башҡортостан башлығы был идеяны хупланы һәм мәсьәләне Рәсәй мәғариф министрлығы белгестәре менән бәйләнештә хәл итергә саҡырҙы.
Фото: скриншот.