

Бәхетле ғумер кисерһен
Доньяларҙа барыһы ла,
Атайлы - әсәйле үҫһен
Ғаиләләрҙә һәр бала.
Эй күңелле,мул табында
Бергәләшеп эсеү сәй,
Арҡаңдан һөйһә атайың,
Йылмайып ҡуйһа әсәй.
Ниндәй бәхет атайым - тип,
Әсәйем - тип өндәшеү,
Өй тулы балалар менән
Сыр - сыу килеп гөрләшеү.
Һәр ғаиләгә иҫән - һаулыҡ
Бәхет - шатлыҡтар яуһын,
Аяҙ күктәр,матур тормош,
Тигеҙ ғүмерҙәр яҙһын!
Зөлфиә Әлимғолова