Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 08:29

Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр!

Башҡортостан "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ төбәктәре" премияһының ете номинацияһында еңгән.

Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр!Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр!
Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр!

Санкт-Петербургта V "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ төбәктәре" Бөтә Рәсәй премияһы лауреаттарын тантаналы рәүештә бүләкләнеләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенән. Был абруйлы премия йыл һайын төбәк туризмын һәм ҡунаҡсыллыҡты үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләй.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан "Сувенир туристик продукция төбәге" номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды. Бынан тыш, республика "Автотуризм төбәге" номинацияһында махсус диплом, "Конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге төбәге", "Фәнни-популяр туризм төбәге", "Этномәҙәни туризм төбәге", "Сәләмәтләндереү туризмы төбәге" һәм "Ваҡиғалар туризмы төбәге" номинацияларында III дәрәжә диплом менән бүләкләнә. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында билдәләүҙәренсә, бөтә был наградалар төрлө сәйәхәтселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерергә һәләтле туристик йүнәлештәрҙең киң спектрын сағылдыра.

Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас