Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 12:48

Шәхси инвестициялар күләме артҡан

Башҡортостан хөкүмәтендә муниципалитеттарҙағы инвестиция эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Шәхси инвестициялар күләме артҡан
Шәхси инвестициялар күләме артҡан

Ултырышта БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, инвестицияларҙы арттырыу һәм маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн муниципалитет хакимиәттәренең предприятиелар һәм эшҡыуарҙар менән эшләүе мөһим роль уйнай.

- Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында инвестициялар күләме 444,8 миллиард һум тәшкил итте. Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса шәхси инвестициялар күләме 1,6% артҡан һәм 398,3 миллиард һумға еткән. Ҙур һәм урта предприятиеларҙың шәхси инвестициялары 13,3 процентҡа артты, - тип хәбәр итте БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Шәхси инвестицияларҙың үҫешенә Өфө ҙур йоғонто яһай, унда инвестициялар былтырғы күрһәткестәргә ҡарата 26,5 миллиард һумға арта, шулай уҡ Хәйбулла районы - 4,5 миллиард һумға, Стәрлетамаҡ - 3 миллиард һумға һәм Салауат 2,7 миллиард һумға арта.

Инвестициялар үҫеше темптары буйынса лидерҙар рәтендә шулай уҡ Ейәнсура, Благовар, Балтас, Ҡыйғы, Баҡалы райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы.

Бәләкәй бизнеста быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостан өсөн инвестициялар күләме буйынса иң әһәмиәтле 28 предприятие асыҡланған.
Улар буйынса һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы 2024 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артып, 17,3 миллиард һумға еткән.
Шуларҙың алтыһы Өфөлә урынлашҡан - 6,9 миллиард һум инициатив инвестициялар. Бәләкәй бизнеста инициативалы инвестициялар күләме буйынса лидерҙар - Стәрлетамаҡ, Благовещен, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Дыуан райондары.

Фото: БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас