Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 15:18

Республика лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостан, тышҡы иҡтисади хәлдәргә ҡарамаҫтан, заманса етештереү майҙансыҡтарын булдырыу өлкәһендә алдынғы позицияларын һаҡлап ҡала.

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар вице-премьер—министры Александр Шельдяев белдерҙе. Мәҫәлән, "Алга" махсус иҡтисади зонаһы 2025 йылда инвестицион йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында өсөнсө урынды биләне. Вице-премьер һүҙҙәренсә, инвесторҙар «Алға» зонаһы майҙансыҡтары менән ҡыҙыҡһына. Республика хөкүмәте Үҫеш корпорацияһы менән берлектә Өфө районында урынлашҡан алты ер участкаһы иҫәбенә айырым иҡтисади зона майҙанын 220 гектарға арттырыуға ғариза әҙерләп, РФ иҡтисади үҫеш министрлығына ебәргән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас