Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 12:53

"Проблеманы хәл итегеҙ!"

Белоретта үткән аҙнала ике микрорайон һәм социаль объекттар йылылыҡтан һәм ҡайнар һыуһыҙ ҡалғайны. Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа проблеманы тиҙ арала хәл итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Проблеманы хәл итегеҙ!"
"Проблеманы хәл итегеҙ!"

Авария булған урынға оператив барып еткән БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Фәрит улы Ғәзизовҡа ла рәхмәт белдереп, төбәк етәксеһе был проблема ҡабатланмаһын өсөн системалы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, тине: "Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар".

Фото: скриншот.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас