

Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров иғлан итеп, Данияр Мәүлийәр улына уңыштар теләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Философия фәндәре кандидаты, доцент Данияр Абдрахманов ошоға тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булып эшләне. 2023 йылдың 13 декабренән Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды.
Фото: скриншот.