Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 16:30

Хөкөм ҡарары -16 йыл

Иглин районында ҡатынды сәнскеләп үлтергән 49 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарылды. 

Хөкөм ҡарары -16 йыл
Хөкөм ҡарары -16 йыл

Тәфтиш һәм суд билдәләүенсә, 2024 йылдың 8 сентябрендә иртән «Урман» тимер юл станцияһы биләмәһендә элек яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған ир менән ҡатын араһында, һуңғыһының фигурант менән аралашырға теләмәүе арҡаһында, низағ ҡуба. Конфликт барышында ир 18 йәшлек ҡыҙы менән бергә булған ҡатынға алты тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, шунан ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Алынған тән йәрәхәттәренән зыян күреүсе урында уҡ йән бирә. Тиҙҙән енәйәтсенең ҡайҙалығын асыҡлайҙар, ул һаҡ аҫтына алына.

Суд уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 16 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә, артабан 1 йылға иркен сикләй, шулай уҡ мораль зыянды ҡаплау сифатында һәләк булған ҡыҙы файҙаһына 1 миллион һум түләтә.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Хөкөм ҡарары -16 йыл
Хөкөм ҡарары -16 йыл
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас