Башҡортостанда балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына инер алдынан тикшерә башланылар. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр иттеләр. Эксперттар контактһыҙ термометрия үткәреү һәм балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә инеү алдынан балаларҙы тикшереү сифатын, һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәттәрҙе документацияға индереүҙең дөрөҫлөгөн һәм температура, сир билдәләре булған балаларҙы ваҡытында ситләтеүҙе баһалай.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, йоғошло ауырыуҙар билдәләре булған балаларҙы ваҡытында асыҡлау һәм изоляциялау балалар коллективтарында ауырыуҙар таралыу хәүефен кәметәсәк.