

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙынсы класс уҡыусыһы бер нисә көн буйына һөжүм планлаштыра һәм синыфташтарына "Минең асыуым" тип аталған 11 битлек манифест тарата.
Текста үҫмер радикаль ҡараштарҙы, йәмғиәткә нәфрәт тураһында яҙа, кешеләрҙе милли һәм дини билдәләре буйынса бүлә.
Манифест алған уҡыусылар уны етди ҡабул итмәй һәм уның йөкмәткеһенә әһәмиәт бирмәй.
Күҙәтеү камералары һөжүм алдынан үҫмерҙең мәктәп бәҙрәфендә кейемен алмаштырғанын, шунан һуң һигеҙ минут дауамында коридорҙар буйлап иркен йөрөгәнен теркәгән.
Ул уҡыу кабинеттарына инә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралаша, маҡсатлы рәүештә педагогтарҙың береһен эҙләй.
Бынан һуң уҡыусы әүҙем һөжүм фазаһына күсә.
Үҙ һөжүмен ул баштан алып аҙағына тиклем телефонға төшөргән: тәүҙә үҫмер мәктәп коридоры буйлап йөрөй, уҡытыусылар менән уҡытыусы төркөмөн осрата, уларға бысаҡ күрһәтә һәм уларҙың ниндәй милләттән булыуын һорай.
Туғыҙынсы синыф уҡыусыһын һаҡсы туҡтата. Ул Тимофей янына килә һәм бысағын алып ҡуйыуын һорай. Әммә һөжүм итеүсе уның йөҙөнә борос баллонсығынан һиптерә һәм бер нисә тапҡыр сәнсә.
Шунан һуң үҫмер дүртенсе класс уҡыусыһын: "Тебе конец!" - тип ҡысҡырып баҫтыра. Баланы баҫҡыста ҡыуып етә...
Әлеге ваҡытта мәктәп бинаһын белгестәр тикшерә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулдан яһалған шартлатҡыс ҡоролманың булыуы ихтималлығы тураһында мәғлүмәтте тикшерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер снайпер винтовкаһына оҡшаған нәмәне уҡыу йортона алып ингән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.