

Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, 17-20 декабрҙә төбәк филиалдары етәкселәре белем аласаҡ һәм тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Бынан тыш, форум сиктәрендә төбәктәр ҡатнашлығында ведомство-ара комиссия ултырышы үтәсәк:
- Ҡунаҡтар республиканың эш системаһы һәм спорт аша яугирҙарҙы реабилитациялау практикаһы менән танышасаҡ. Дәүләт фондының Өфөләге яңы бинаһын асырға планлаштырабыҙ, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын ябыу тантанаһы үтәсәк.
Радий Хәбиров, Дәүләт фонды филиалы бинаһы асылыу менән эш шунда уҡ башланырға тейеш, тип белдерҙе.
Фото: скриншот.