Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2025, 14:18

Бәлә баш осонда булған

Фажиғәле хәл теркәлгән: бәләкәй генә бер өйҙә түшәм таҡталары емерелеп төшөп, ир кешенең ғүмерен ҡыйған...

Бәлә баш осонда булғанБәлә баш осонда булған
Бәлә баш осонда булған

Ҡырмыҫҡалы районының Һарыһаҙ ауылында түшәм таҡталары емерелеүе хаҡында хәбәр килеү менән шунда БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре юллана. Ваҡиға урынын тикшереү барышында емереклектәр аҫтында 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла...

Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә 9 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас