Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабря 2025, 14:40

Бәхете бар икән!

Бөгөн Благовар районының Көнсығыш ауылында йәшәгән 27 йәшлек егет Табылдыҡ йылғаһы буйлап квадроциклда йөрөргә ниәтләгән.

Бәхете бар икән!Бәхете бар икән!
Бәхете бар икән!

Әле ныҡлап туңып та өлгөрмәгән боҙ, әлбиттә, ярылған һәм ҡыйбатлы техника һыу аҫтына киткән. Яҡынса 2 метр тәрәнлеккә.

Водитель үҙе мөғжизә менән тере ҡала һәм яҡындағы магазинға үҙ аллы барып етә ала. Унда уға йылынырға ярҙам итәләр (аныҡ ҡына нисек йылынырға ярҙам итеүҙәре билдәһеҙ).

Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас