Һәр посылкаға улар туҡмас менән аҡ шыршы миндектәрен генә түгел, ә үҙҙәренең һөйөүен, хәстәрлеген дә ҡуша һалған.
- Туҡмаслы туҡлыҡлы аштар яугирҙарыбыҙға көс һәм дәрт өҫтәһен, өй йылыһын өләшһен, - ти көмөш ирекмәндәр. - Ә миндектәр - арыу-талыуҙы бөтөрөү, рух көсөн нығытыу һәм тыуған яҡтарҙы иҫкә төшөрөү өсөн. Батыр егеттәребеҙҙе Еңеү менән өйҙә көтәбеҙ!