Гисметео сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Яңы йыл алдынан ҡар яуыуы туҡтаясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ а минус 6-10 градус, төндә 12 градус һалҡын.
Киләһе йылдың тәүге көндәре төбәк халҡын яуым-төшөмдөң күп булмауы менән ҡыуандырасаҡ. Дүртенсе ғинуарҙан бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Ғинуарҙың тәүге ун көнөндә ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй.
Температура режимы тотороҡло ҡаласаҡ: көндөҙ 10-13 градус, ә төндәр 16 градус һалҡын буласаҡ.