Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2025, 14:00

Таҙа эсәр һыуға һәр кем хоҡуҡлы

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Башҡортостандың Йылайыр районы үҙәгендә "Коммуналь инфраструктураны яңыртыу" федераль проекты буйынса һыу торбаһын капиталь ремонтлағандар.

Таҙа эсәр һыуға һәр кем хоҡуҡлы
Таҙа эсәр һыуға һәр кем хоҡуҡлы
Хәҙер 1000-дән ашыу кеше сифатлы һыуҙы рәхәтләнеп ҡуллана ала. 1,7 км иҫке тимер торба һүтелеп, 1,5 км заманса полиэтилендан яңыһы һалынған, 21 тимер-бетон ҡоҙоҡ ремонтланған, тиҙәр урындан.
Эштәр БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре ойоштороуы һәм күҙәтеүендә яҡшы һәм ваҡытында башҡарылған. 
 
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас