

Урман ситендәге өйҙөң янында бик күп бүре эҙҙәре күренә. Хужа әйтеүенсә, йыртҡыстар күп кенә булған, улар аттарға ла һөжүм итеүе мөмкин.
«Иртәнге сәғәт 9 – 10 тирәһендә аттарҙы ашатырға сыҡтым. Минең ҡот осҡос күренеш ҡаршы алды :эт сынйырҙа ине, бүреләр уны ашаған, тик башын ғына ҡалдырғандар. Ҡурҡыныс: йыртҡыстар аттарға ла һөжүм итеүе ихтимал”, - тип һөйләй ул.
Фото:Башинформ.