Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2025, 17:55

Шәйехзада Бабич премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Бөгөн Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, йәшерен тауыш биреү юлы менән лауреаттар билдәләнде.

Шәйехзада Бабич премияһына кемдәр лайыҡ булды?
Шәйехзада Бабич премияһына кемдәр лайыҡ булды?

Шулай итеп, еңеүселәр: 

Дамир Тайыпов - башҡорт йыр сәнғәтен таратҡаны һәм юғары һөнәри ҡаҙаныштары;

Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина - Кемель Тоҡаевтың «Билдәһеҙ эҙ» китабын тәржемә иткәндәре һәм милли прозаға өлөш индергәндәре;

Хәбир Аралбаев - башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендәге "Өс туған" эше һәм башҡорт хореографияһы сәнғәтен мәҙәни мираҫ булараҡ таратҡаны өсөн.

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ! Премия тиҙҙән тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ.

Фото: пресс-служба / Минмолодежи РБ

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас