

Кисә Өфөлә ҡатындың бәләкәй балаһы менән тупаҫ мөғәмәлә итеүе тураһындағы видеоматериал интернет селтәрендә таралды.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың шәхесен асыҡлап, уны полиция бүлегенә килтергәндәр. 34 йәшлек ҡатын әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәү факты буйынса үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Уның 6 йәшлек балаһы Өфө ҡалаһының ғаилә үҙәгенә урынлаштырылған. Был факт буйынса материалдар тәфтиш органдарына тапшырыла. Әле әсәгә ҡарата бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгәне өсөн енәйәт эшен ҡуҙғатыу ҡарары ҡабул ителә, тип хәбәр итә РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе А.И. Бастрыкин Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе В. В. Архангельскийға енәйәт эшен тикшереү барышы һәм билдәләнгән шарттар тураһында доклад яһарға ҡушҡан.
Фото: https://vk.com/surbskr
Видео: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?w=wall-212351849_5691